7


  • Учителю
  • Конспект урока по башкирскому языку на тему Аныклаусы

Конспект урока по башкирскому языку на тему Аныклаусы

Автор публикации:
Дата публикации:
Краткое описание:
предварительный просмотр материала

Башҡорт теле. 7-се класс.

Уҡытыусы. Зарипов Ю.Н.

</<font face="Times New Roman, serif">Тема. Аныҡлаусы.

Маҡсат: а)һөйләмдең эйәрсән киҫәге- аныҡлаусы менән таныштыу; аныҡлаусыларҙың төрлө һүҙ төркөмдәренән килеүен күрһәтеү;

б) уҡыусыларҙың эҙмә-эҙлекле һөйләмдәр төҙөй алыу, уй -фекрҙәрен дөрөҫ итеп яҙма телмәрҙә ҡуллана белеү һәләтлектәрен үҫтереү;

в) изгелек тойғоһо тәрбиәләү.

Йыһазландырыу: перфокарточкалар, карта, һүҙлек, компьютер.

Дәрес барышы:

  1. Ойоштороу мәле. (10 мин)

Һаумыһығыҙ, балалар!

  • Уҡыусылар, бөгөн кәйефтәрегеҙ нисек?

  • Кәйеф күтәрелһен өсөн нимәләр эшләргә кәрәк?

  • (бер-береңә йылмайырға, бер-береңә уңыштар теләргә)

  • Күҙ алдына килтерегеҙ әле, ҡаршығыҙа бейек мәғрүр тау тора. Түбәһендә ҡояш нурҙары уйнай. Их шул тау башына менергә! Һеҙҙә шундай теләк бармы?

  • Булһа, әйҙәгеҙ, бөгөн дәрестә тырышып эшләйек, белемебеҙҙе күрһәтәйек, Ә тау башына кемдәр генә менә ала?

  • (Зирәктәр, отҡорҙар, тырыштар, егәрлеләр, иғтибарлылар)

  • Шуның өсөн бөгөн дәрестә бик тырышып эшләйек, фән тауҙарына артылайыҡ, белемегеҙҙе тикшереп китәйек.



  1. Үтелгән темалар өҫтөндә эш.

Һүҙлек эше Кәшмәк - һал Мәрхәмәт - изгелек

Хәҙер 3 уҡыусы карточка буйынса эшләр, ә ҡалған уҡыусылар менән бергәләп эшләйбеҙ.

Карточка №1

Һүҙбәйләнештең төрөн билдәлә, ошо төргә ҡараған һүҙбәйләнештәр яҙ:

Мараттың китабы

Ауыл урамы.

Карточка №2

Һүҙбәйләнештең төрөн билдәлә, ошо төргә ҡараған һүҙбәйләнештәр яҙ:

Түңәрәк өҫтәл

Биш китап

Карточка №3

Һөйләмде тикшер:

Малайҙар йыуан бүрәнәләрҙән өс кәшмәк бәйләнеләр.

Уҡытыусы.

1.Ә һеҙ минең һорауҙарға яуап бирегеҙ.Һорауҙарға эйә менән хәбәр араһына һыҙыҡ ҡуйылырлыҡ итеп яуап бирегеҙ.

З. Биишева кем ул?

Гербарий нимә ул?

Һеҙҙең өсөн әсә кем ул?

Кем ул уҡытыусы?

  1. Артыҡ һүҙбәйләнеште тап. Таблица буйынса һүҙбәйләнеште билдәләргә.

Беҙ бөгөн һүҙбәйләнештәрҙе юҡҡа ғына тикшермәнек, улар беҙгә артабан кәрәк буласаҡ.

Ә хәҙер карточкаларҙағы эштәрҙе тикшереп китәйек.

Әйҙәгеҙ әле үҙегеҙҙең эштәрегеҙҙе үҙегеҙ баһалап китегеҙ.

Таҡталағы баланың эше. (эш таҡтала)

Малайҙар йыуан бүрәнәләрҙән өс кәшмәк бәйләнеләр.

- Был һөйләм дөрөҫ тикшерелгән тип уйлайһығыҙмы, ошо хаталарҙы ебәрмәҫ өсөн ең һыҙғанып эшләйек. Беҙҙең тема тап шул турала.

Яңы тема.

Дәфтәрҙәрҙе асайыҡ, яңы теманы яҙайыҡ.

24 октябрь. Аныҡланыусы.

Бөгөн беҙ һөйләмдең эйәрсән киҫәге аныҡлаусы, уның мәғәнәһе, һорауҙары менән танышырбыҙ. Аныҡлаусылар һөйләмдә ниндәй һүҙ төркөмдәренән килә? Шул һорауға яуап эҙләрбеҙ.

Ә хәҙер таҡтаға иғтибар итегеҙ.

Һөйләмдәр тулы түгел, һул бағаналағы һөйләмдәргә һүҙҙәр өҫтәп, мәғәнәләрен тултырығыҙ.

Ҡыҙыл сәскәләр миңә бик оҡшай. Бишенсе

Бишенсе парта стенаға терәтеп ҡуйылған. Диләнең

Диләнең атаһы мәктәпкә күптән китте. Ҡыҙыл

Уҡығандың теле икәү. Был

Уҡыуҙың сифатын күтәрәйек. Маҡсатлы кеше

Был уҡыусының яуабы миңә бик оҡшаны. Уҡығандың

Маҡсатлы кеше үҙенә тура юл табыр. Уҡыуҙың

Ҡағиҙәне әйтеү.

Нығытыу. 83-сө күнегеү.

Төркөмдәрҙә эш.

Таблицаны тейешле сифаттар менән тулыландырығыҙ.

Т. ү. 85-се күнегеү." Әсә".

Өй эше. 86-сы күнегеү.







 
 
X

Чтобы скачать данный файл, порекомендуйте его своим друзьям в любой соц. сети.

После этого кнопка ЗАГРУЗКИ станет активной!

Кнопки рекомендации:

загрузить материал