7


  • Учителю
  • «Ҡариҙел». Легенда тураһында төшөнсә.

«Ҡариҙел». Легенда тураһында төшөнсә.

Автор публикации:
Дата публикации:
Краткое описание:
предварительный просмотр материала

Тема: «Ҡариҙел». Легенда тураһында.

Дата:

Маҡсат: 1. Легенда тураһында дөйөм төшөнсә биреү. Ҡариҙел йылғаһының килеп сығышына бәйле легенда тарихын өйрәнеү.

2. Уҡыусыларҙың һөйләү телмәрен, фекерләү ҡеүәһен үҫтереү.

3. Уҡыусыларҙа тыуған илдең тарихына ҡарата һөйөү тойғолары тәрбиәләү.

Йыһазландырыу: дәреслек, һүҙлек

Дәрес барышы:

I.Ойоштороу ваҡыты.

- Уҡыусыларҙы сәләмләү.

- Өйгә эште тикшереү.

II. Төп өлөш.

Ысынбарлыҡты ҡасандыр булған йәки уйҙырма ваҡиғаларҙы ла булған хәл итеп тасуирлаған һәм аңлатмалылыҡҡа ҡоролған халыҡ хикәйәһен л е г е н д а тип йөрөтәләр.

Легендаларҙа фантастик уйҙырма, хыял, мөғжизә төп урынды ала. Легенда геройҙары тәбиғәт, ҡош-ҡорт, йәнлектәр менән бик еңел аралашып, һәр төрлө ғәҙәти булмаған мөнәсәбәткә инә ала.

«Ҡариҙел» легендаһы уҡыла.

??? Батыр егет ни өсөн батшанан байлыҡ түгел, ә ирек, ер һәм ат һораған? Ошо теләктә башҡорт халҡының ниндәй хыялы, ынтылыштары һәм үҙенсәлеге сағылған?

??? Яттарҙың көнләшеүе, эйәһенән тартып алырға тырышыуы Ҡара айғырҙың ниндәй сифаттары тураһында һөйләй?

??? Атҡа ундай сифаттар биреүҙең ниндәй әһәмиәте бар?

*** Тыуған ауылыбыҙҙа таралған легендалар менән танышыу.

Иҫке Сибай ауыл халҡы Бөрйән ырыуының атайсал нәҫеленән сыҡҡан. «Атайсал» ул Кеше исеме булған. Уны был осраҡта Тыуған ил, тыуған төйәк мәғәнәһендә тип аңларға ярамай. Атайсал исемле Кеше XVII быуаттың тәүге яртыһында ғүмер иткән. Ҡарттар һөйләп ҡалдырыуынса, Атайсалдың нәҫелдәре баярҙың ҡыҫымына түҙә алмай, бынан 250-300 йылдар элек ирек эҙләп, хәҙерге Күгәрсен районының Ташлы йылғаһы буйындағы Санъяп исемле ауылдан Ирәндек тауының көнсығышына килеп, хәҙерге Эттотҡан ҡыҫығында төйәк ҡорған.

«Ҡариҙел». Легенда тураһында төшөнсә.

Эттотҡан үҙәге. Атайсал ауылының тәүге урыны





Ырыу башлығы хөрмәтенә ауылға Атайсал тигән исем биргәндәр. Ошо уҡ ваҡытта Атайсал ҡыҫығынан түбәнерәк, Ҡарағайлы йылғаһы буйында Ҡаракөбәк тигән ҡарт та үҙ ырыуы менән килеп төйәкләнгән.

Ошо ауылда крәҫтиән ғаиләһендә Сибай исемле малай тыуып үҫкән. Ул Атайсалдың бүләһе, алтынсы быуын вәкиле була. (Атайсал - Һарығол - Аҡҡужа - Абзан - Утарбай - Сибай). Сибай йәштән үк кешеләр менән аралашып йәшәргә ярата, тирә-яҡта абруйы ҙур була. Ҙур булмаған йылға буйындағы Атайсал ауылы үҫә. Унда йәшәүселәргә урын етмәй башлай. Сибай беренсе булып Айсыуаҡ тауының көньяҡ итәгенә яңы урынға, Ҡарағайлы йылғаһының көнсығыш ярына күсә. Уға башҡа ҡәрҙәштәре лә ҡушыла. Ауылды Сибай, йәйә эсендә Атайсал тип йөрөтә башлайҙар. Ошо исем батша хөкүмәтенең ревизияларында яҙылып нығына. Бөтәһе ун ревизия була. Башҡортостан биләмәләрендә ревизия 1739 йылдан башлап алып барыла. Сибай үҙе ревизия үткәреүҙә әүҙем ҡатнаша. («Тарих буйынса очерктар», Өфө, 1956 й. 1-се том, 1-се бүлек).

Рус яҙыусыһы декабрист П.М.Кудряшов был ауылда бер нисә тапҡыр була. Ул башҡортса һәйбәт һөйләшкән. башҡорттарҙың тарихы, ғөрөф-ғәҙәте, көнкүреше менән ныҡ ҡыҙыҡһынған. Уның тарихи-этнографик журнал «Отечественные записки»ны сығарыусы дуҫы П.П.Свиньинға яҙған хатында: «Ҡыҙыл ҡәлғәһенә килһәгеҙ, һеҙгә унан егерме саҡырым көнбайышта ятҡан Сибаево ауылына сәфәр тоторға ла мөмкин… Әгәр ҙә башҡорттарға иғтибар итергә ниәтегеҙ бар икән, был ярым күсмә халыҡты күҙәтеү өсөн Сибаево ауылынан да ҡулайлы урын тапмаҫһығыҙ».

1821 йыл Утарбай (Сибайҙың ейәне) ғаиләһендә Шәйәхмәт тигән Ир бала тыуа. Ул ун бер йәшендә етем ҡала. Шәйәхмәт Сибаев ун ете йәшендә (1838) хәрби хеҙмәткә алына һәм ике йыл хеҙмәт итә. Ошонан һуң 1840 - 1843 йылдарҙа - старшина писере, шунан биш йыл кантон писере була. 1848 йыл Шәйәхмәт яңынан хеҙмәткә саҡырыла һәм Арал нығытмаһында хеҙмәт итә. Унан ҡайтҡас, 1852 йыл етенсе кантонда йорт старшинаһы, һуңынан 1855 - 1857 йылдарҙа ул тағы ла хеҙмәттә: Перовский фортында крепостной командала була. Яҡшы хеҙмәте өсөн зәүрәт-сотник дәрәжәһенә лайыҡ була. Ғүмеренең һуңғы йылдарында Шәйәхмәт Сибаев алтынсы башҡорт кантонында (Тамъян-ҡатай) кантон начальнигы була. Ш.Сибаевтың ғүмере 1863 йылда өҙөлә.

1845 - 1850 йылдарҙа 13 ғаилә Сибай ауылынан бүленеп, 6-7 саҡрым көнсығышҡараҡ - Ҡарағайлы йылғаһы буйына күсенә һәм «Түбәнге ауыл»ды нигеҙләй. 1850 йылғы халыҡ иҫәбен алыу барышында Түбәнге ауыл рәсми рәүештә теркәлә һәм уға «Яңы Сибай» исеме бирелә. Ә үрге төп ауыл «Иҫке Сибай» тип исемләнә. 1850 йылғы «ревиз» мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Яңы Сибай ауылына нигеҙ һалыусылар: иң тәүҙә Хоҙайбирҙе Бәхтидәүләтов һәм уның улдары Тайып, Әбүғасим, Таһир ғаиләләренә күсенә. Башҡа күсенеүселәр араһында Абдулфатих һәм Абдуллатифтар, Абдулла һәм Фәйез Аҡҡоловтар, Төхвәтулла Байгильдин, Ғибәҙәт Хәмитов, Хисмәтулла Янбаев, Вәхит һәм Салих Биктимеровтарҙың ғаиләләре була.

Иҫке Сибай ауылының йылдам үҫеүе 1932 йылда Сибай МТС-ы, һуңыраҡ совхоз үҙәге булыуы менән бәйле. 1941 йылда 296 ир-егет фронтҡа китеп, шуларҙың 124-е ҡайта, 172 кеше һәләк була.

Бөгөнгө көндә Иҫке Сибайҙа - 3138 кеше йәшәй. Ауылыбыҙҙа «Сулпылар» балалар баҡсаһы, урта мәктәп, музыка мәктәбе, мәҙәниәт йорто, «Черный дракон» клубының филиалы, больница, аптека, кантора, мәсет, «Изге нур» мәҙрәсәһе, «оҫта ҡуллы инәйҙәр» ойошмалары эшләп килә.

Сибай ҡалаһына яҡын урынлашыуы, ауылдың үҫеүенә булышлыҡ итә. Йәш белгестәр уҡыу йорттарын бөтөп тыуған ауылдарына ҡайталар. Ғаиләләр барлыҡҡа килә, яңы өйҙәр көндән-көн күбәйә. Мәҙәниәт йортонда ай һайын «бәпес туйҙары» үткәрелә.

Шулай итеп, Иҫке Сибай ауылы бөгөнгө көндә лә үҫешә, ҙурая һәм уның киләсәге бар.

Ауылыбыҙҙың төп тауы - Айсыуаҡ. Ул беҙҙең ауылға нигеҙ һалыусыларҙың береһе һәм тәүге муллаһы исемен йөрөтә.

Ауылдың икенсе яғынан инһәң - Үлектәр тауы (уның итәгендә ҡәберлек-зыярат булғанға), Ишек тау, Тәҙрәташ тауҙары урынлашҡан. Тәҙрәташтың исеме, уның төньяҡ битләүендәге ҡая ташта рамлы тәҙрәгә оҡшаған һыҙаттар булыуына бәйле.

Ҡарйоҡмаҫ тауы - тыныс көндә лә был тауҙың башына менһәң, көслө елгә осрайһың, шуға күрә лә ҡыш көнө уның башында ҡар ятмай. Ҡарағайлы йылғаһы. Иҫке Сибай ауылынан 10-12 саҡырымдар самаһы көнбайышта, Ирәндектең бер тармағы булған Ҡарайғыһуйған үҙәгенән башланып, Иҫке Сибай ауылы һәм Сибай ҡалаһы аша үтеп, Төйәләҫ быуаһына ҡоя. Уның оҙонлоғо 28 саҡырым. Һуңғы 20-30 йыл эсендә һыуы ныҡ кәмене. Элекке ағас һәм ҡыуаҡлыҡтар юҡҡа сыҡты.

Ғәлләм ырҙыны. Иҫке Сибай ауылының көнсығыш ситендәге бер тигеҙ урынды шулай атағандар.

1930 йылдар башында ауыл крәҫтиәндәрен Сталин исемендәге колхозға берләштергәндәр. Көҙ көнө үҫтергән игендәрен ураҡменән урып, көлтәләргә бәйләп киптергәс, ат арбаларына тейәп ауылға яҡын урынға ташып, эҫкерткә һалалар. Унан инде көҙ буйы, әгәр өлдгөрмәһәләр, ҡышын да молотилкалар менән, йә булмаһа аттар менән тапатып иген һуҡҡандар, елгәргестәрҙә, улары булмаһа, ағас көрәктәр менән һауаға сөйөп таҙартып алғандар.

Хәҙерге кеүек игенде урып, йыйып, һуғып, таҙартып, хата тейәп биреүсе үҙйөрөшлө комбайндар булмаған заманда был күп көс талап ителгән эштәрҙе колхоздың бригадиры Ғәлләм Сәйфетдинов оҫта хөрмәтенә ауылдаштары элекке ырҙын урынын уның исеме менән йөрөтө.

III. Йомғаҡлау.

IV. Өйгә эш биреү. Легенда яҙырға.

V. Баһалау.



















 
 
X

Чтобы скачать данный файл, порекомендуйте его своим друзьям в любой соц. сети.

После этого кнопка ЗАГРУЗКИ станет активной!

Кнопки рекомендации:

загрузить материал