7


  • Учителю
  • Урок Башкирские народные сказки

Урок Башкирские народные сказки

Автор публикации:
Дата публикации:
Краткое описание:
предварительный просмотр материала

Тема: Әкиәттә ҡунаҡта

Маҡсат: әкиәттәр менән таныштырыу, яңы һүҙҙәр менән телмәр байытыу, тасуири уҡырға өйрәтеү, алдашмаусанлыҡ, ғәҙеллек кеүек сифаттар тәрбиәләү, телебеҙҙең байлығын, матурлығын күрһәтеп, телгә һөйөү, зирәклек, берҙәмлек, тапҡырлыҡ тәрбиәләү.

Йыһазландырыу: таратма материал, слайдтар, һүҙҙәр яҙылған карточкалар, көй яҙылған фонояҙма.



Дәрес барышы

I. Ойоштороу моменты.

Һаумыһығыҙ, балалар!

Матур үтһен көнөгөҙ!

Тик уң булһын эшегеҙ!

Яман эштән ҡараймаһын,

Балҡып торһон йөҙөгөҙ!

Халыҡ ижады, халыҡтың ауыҙ-тел ижады хаҡында булыр бөгөнгө әңгәмәбеҙ. Беҙ бергәләшеп халыҡ ижады ынйылары менән танышырбыҙ, миҫалдар килтерербеҙ. Шулай итеп, беҙҙең дәрестең темаһы - Әкиәттә ҡунаҡта.

Маҡсаты - телебеҙҙең байлығын, матурлығын күрһәтеп, телгә һөйөү, зирәклек, берҙәмлек, тапҡырлыҡ тәрбиләү.

Эпиграф: халыҡ ижады - аҫыл таш.



2. Яңы теманы аңлатыу.

Ниндәйерәк аҫыл таш тураһында һөйләшербеҙ икән беҙ һеҙҙең менән бөгөн, балалар?

-Һеҙ ололарҙан, тиҫтерҙәрегеҙҙән әленән - әле әкиәт, легенда,йомаҡ, мәҡәл ишетә тораһығыҙ. Ундай әҫәрҙәрҙе уҡып та беләһегеҙ. Улар һүҙгә оҫта, хыялға бай кешеләр тарафынан ҡасандыр ижад ителгән дә башҡалар хәтеренә күскән. Шулай телдән - телгә, быуындан- быуынға күсә торғас, шымара- шымара беҙҙең көндәргә лә килеп еткән.

Тимәк, телдән тыуып, телдән башҡарыла торған әҫәрҙәрҙе камиллаштырыуҙа күмәк кеше, тотош халыҡ ҡатнашҡан.

Бына шулай күмәк кеше ҡатнашлығында телдән ижад ителгән, телдән таралған әҫәрҙәрҙе халыҡтың ауыҙ- тел ижады тип йөрөтәләр ҙә инде.

Башҡорт халҡының ауыҙ- тел ижады ифрат күп яҡлы һәм ғәжәп бай.

Беҙҙә эпостар, әкиәттәр ҙә, легенда, риүәйәттәр ҙә, йыр, таҡмаҡтар ҙа, мәҡәл, әйтем, йомаҡтар ҙа, башҡаһы ла күп.

Бөгөн беҙ шуларҙың иң ҡыҙығы - әкиәттәр менән танышыбыҙ. Дәрестә һеҙ бер-берегеҙҙгә билге ҡуярһығыҙ, уның өсөн өстәлдә билдәләү ҡәғәҙҙәре бар. Һәр башҡарған эш һайын билге ҡуйып барығыҙ. Дәрес аҙағында нәтижәләр яһарбыҙ.

Әйдәгеҙ, тылсымлы әкиәт доньяһына. Күҙҙәрегеҙҙе йомоғоҙ, (музыка яңғырай), беҙ әкиәт иленә күсәбеҙ.

ІІБына, инде әкиәт иленә килдек. Өйҙә яратҡан әкиәткә иллюстрация төшөрөргә кәрәк ине. Һүрәттәрҙә ҡарайыҡ әле.

Сценка ("Сыуар тауыҡ" әкиәтен сәхнәләштереү).



3. Уҡыусылар сығышы.

Балалар, һеҙ бит үҙегеҙ ҙә бик күп әкиәттәр беләһегеҙ. Әйҙәгеҙ, беҙгә лә ишеттереп китегеҙ. Уҡыусылар өйрәнеп килгән әкиәттәрен һөйләйҙәр.

  • Темалары буйынса әкиәттәр ниндәй була;

  • Хайуандар тураһында

  • Тылсымлы әкиәттәр

  • Батырҙар тураһында

  • Тормош-көнкүреш әкиәттәре (дәфтәргә яҙып ҡуйыу).

Һеҙ һөйләгән әкиәттәр нидәй темаларга ҡарай.

4. Ял минуты. ( Ҡурай моңон тыңлау). Курай тураһында әкиәт.

5. Әкиәттәрҙе тап.

Презентация һүрәтттәре аша төрлө әкиәттәрҙе танып әйтергә.



6. Йомаҡ койоу.

Әкиәт геройҙары тураһында йомаҡтар күп. Йомаҡ ҡойоп алайыҡ.



  1. Ике туған торалар,

  2. Бөтә ерҙе күрәләр,

  3. Берен - бере күрмәйҙәр.

  4. Башы - тараҡ, ҡойроғо - ураҡ.

  5. Кешенең дуҫы, йорттоң һаҡсыһы.

  6. Йәйен урманда батша,

  7. Ҡышын ҡарҙан да аҫта. (айыу)

  8. Йәйен һоро, ҡышын аҡ

  9. Уға шулай яҡшыраҡ. (ҡуян)

  10. 6. Көн-төн дөмбәсләй агасты:

    - Туk-туk, туk-туk!

    Ә агасkа ошонан да

    Шәп дауа юk. (Тумыртkа)



    7. Яр башында улэн озэ,

    Рэхэтлэнеп hыуза йозэ,

    Телэй икэн сумып ала,

    Тик барыбер kоро kала. ( Каз, ойрэк)



    8. Эргэhенэ барам, тиhэн,

    Усал kытkылдап kуя,

    Унарлаган балаларын

    Канат астына йыя. (Тауык hэм унын себештэре)



    9. Һаkалы бар, мыйыгы юk,

    Башы бар за, kыйыFы юk.

    Могоззэре: - hозэм, - ти,

    Елене: «hот бирэм», - ти. (Кэзэ)



    10. Кәртә башында өйө,

    Агыла моңло көйө. (Сыйырсыk)

  1. 9. Йомғаҡлау.

  2. Әкиәттәр халыҡ ижады- халыҡ күңеленең көҙгөһө, уны өйрәнәйек, ҡәҙерләйек.

  3. -Балалар, һеҙ бөгөн ниндәй яңылыҡ белдегеҙ?

  4. -Бөгөнгө дәрестән үҙең өсөн ниндәй һығымта яһаның?

  5. - Әкиәт беҙҙе нимәгә өйрәтә?

  6. -Тура һүҙле булырға, алдашмаҫҡа. Яхшылыҡ һәрваҡыт еңә. Ғәҙел, юмарт булырға кәрәк.

  7. 10. Рефлексия.

  8. -Һеҙгә дәрес оҡшанымы?

  9. -Һеҙгә әкиәттәр оҡшанымы? Йөкмәткеһен аңланығыҙмы?

  10. -Дәрестең маҡсатына ирешеү өсөн нимә эшләнек?

  11. -Үҙегеҙгә ниндәй баһа ҡуяһығыҙ? Иптәшегеҙ ниндәй баһа ҡуяр? Бер-берегезгә карточкаларға билдәләрҙе ҡуйып сығығыҙ. Рәхмәт.

  12. - Әкиәттәрҙә һәрсаҡ ниндәйҙер тылсымлы хәл була. Әйдәгеҙ, беҙ ҙә тылсымлы һүҙҙәр әйтеп ҡарайыҡ: Әфсен-төпсөн, әйләнеп бөтһөн, дәрес бөтһөн. Дәрес өсөн бик ҙур рөхмөт. Афарин, бик яҡшы, әүҙем ҡатнаштығыҙ.

  13. 11. Өй эше биреү.

  14. Өйҙә үҙегеҙ берәр әкиәт уйлап сығарып яҙығыҙ.





  15. Һинең исемең -

  16. Йомаҡ
  17. сисеү

    1. Минең билдәм

            1. Иптәшемдең билдәһе

                    1. Уҡытыусы билдәһе



                           
                           
                          X

                          Чтобы скачать данный файл, порекомендуйте его своим друзьям в любой соц. сети.

                          После этого кнопка ЗАГРУЗКИ станет активной!

                          Кнопки рекомендации:

                          загрузить материал