7


  • Учителю
  • Разработка урока на тему Н.Мусин. Ҡоралайҙар (5 класс)

Разработка урока на тему Н.Мусин. Ҡоралайҙар (5 класс)

Автор публикации:
Дата публикации:
Краткое описание:
предварительный просмотр материала

Ноғман Мусин. "Ҡоралайҙар".





Шәрипова Айгөл Миңлевәсил ҡыҙы









Башҡортостан Республикаһы Балаҡатай районы муниципаль районы Урғалы ауылының урта дөйөм белем биреү мәктәбе муниципаль бюджет мәғариф учреждениеһы









Муниципальное бюджетное общеобразовательное учреждение средняя общеобразовательная школа с. Ургала муниципального района Белокатайский район Республики Башкортостан



























Дәрестең технологик картаһыҮҫтереүсе: уҡыусыларҙың фекерләү ҡеүәһен, һүҙ байлығын үҫтереү. Тәрбиәүи: балаларҙа хайуандарға ҡарата мәрхәмәтлелек, тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.

Планлаштырған һөҙөмтә:

Предмет УУЭ һөҙөмтәләре: хайуандарҙың атамаларын белеү, уларҙы, һүҙлек һүҙҙәрен ҡулланып, тасу-ирлай белеү. Метапредмет УУЭ һөҙөмтәләре: а)регулятив: уҡытыусы менән берлектә дәрес темаһын , маҡсатын билдәләргә күнегеү, хайуандар тура-һында булған белемдәрен барлау, баһалау. б)танып белеү: кәрәкле мәғлүмәтте айыра, күрһәтә, дөйөмләштерә, һығымта яһай белеү. в)коммуникатив: картина буйынса һөйләмдәр төҙөү, үҙ-ара аралаша белеү, тасуири уҡыу. Шәхси УУЭ һөҙөмтәләре: үҙаллылыҡ сифаттары үҫтереү, әңгәмәлә ҡатнаша белеү, төркөмдәрҙә, пар-лап эшләгәндә хеҙмәттәшлек итә, бер-береһен тыңлай, килешеп эшләй белеү, бирелгән эште еренә еткереп, һөҙөмтәле итеп башҡарыу.

Йыһазландырыу

Интерактив таҡта, презентация, "Башҡорт теле һәм әҙәбиәте" дәреслеге, маршрут биттәре

Предмет-ара бәйләнеш

Рәсем.























- Һаумыһығыҙ, уҡыусылар!

- Хәйерле көн!

- Хәлдәрегеҙ, кәйефтәрегеҙ нисек?

- Бөгөнгө дәрестә һеҙҙе күреүемә бик шатмын. Әйҙәгеҙ, дәрестә үҙебеҙгә уңыштар теләп, бер-беребеҙгә ҡарап йылмайыштыҡ.

Хәйерле көн, ағастар! (слайд) Хәйерле көн ҡоштар! Хәйерле көн, тәбиғәт! Хәйерле көн, дуҫтар!



Уҡыусыларҙың яуаптары







Хор менән сәләмләү.











Регулятив: үҙҙәренең уҡыу эшмәкәрлеген ойошторалар;

Шәхси: белем алыуға, уҡыуға ҡарата, дәрескә ыңғай ҡараш күрһәтәләр.

Танып белеү: яңы белем алыу кәрәклеген аңлайҙар, үҙҙәренең эшмәкәрлеген планлаштыралар.

II. Уңыш ситуацияһы тыуҙырыу (белемдәрҙе актуалләштереү)

1.Һүрәттәр менән эш

- Һүрәттә ниндәй хайуандарҙы күрәһегеҙ? Ҡуян, болан, бүре, һуҫар, төлкө, айыу. (интерактив таҡтала хайуандар һүрәте, бер яҡ ситтә уларҙың атамалары. Һүрәткә атаманы тап килтереп ҡуйыу)

- Уларҙы нисек атайҙар? (ҡырағай хайуандар) - Ошо һүҙҙәрҙә осраған башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен әйтегеҙ. (ҡ, ү, һ, ҫ, ө) - Аҫтына һыҙылған хәрефтәрҙән һүҙ төҙөгөҙ. Дөрөҫ төҙөһәгеҙ, дәрестең темаһын асыҡларһығыҙ. (ҡоралай)

Һүрәт, атамалар буйынса яуап бирәләр



Уҡыусылар яуап бирә.

Уҡыусылар һүҙ төҙөй























Р.: уҡыу мәсьәләһен аңлау, ҡабул итеү, маҡсатҡа ярашлы эштәрҙе башҡарыу, ҡуйылған һорауға яуап бирә белеү. Т. б.: тейешле һығымта яһай белеү

Коммуникатив: тыңлайҙар һәм диалогка инәләр, әңгәмәгә ҡушылалар

Ш: уҡыу эшмәкәрлегенә мотивация булдырыу, уҡыуға, яңылыҡ белеүгә ынтылыш, ҡыҙыҡһы-ныусанлыҡ сифаттары формалаша.

III. Уҡыу мәсьәләһен

(проблемаһын) ҡуйыу

- Шулай итеп, беҙ бөгөн дәрестә нимә тураһында һөйләшәсәкбеҙ?

- Үҙебеҙгә ниндәй маҡсат ҡуябыҙ?

- Эйе, дәрестә Н.Мусиндың ижадына сәйәхәт ҡылырбыҙ, хайуандар тураһында белемебеҙҙе арттырасаҡбыҙ.

Ҡоралайҙар тура-һында һөйләшә-сәктәре тураһын-да әйтәләр.

Уҡытыусы менән берлектә дәрескә маҡсат ҡуялар.

Т. б.: логик фекерләү (сылбырын) алгоритмын төҙөйҙәр.

Р.: уҡытыусы менән берлектә дәрестең маҡсатын билдәләйҙәр.

IV. Яңы материалды өйрәнеү.

Уҡыу проблемаһын сисеү.



1.Яҙыусы тураһында белешмә биреү:(Слайд)

1931 йылдың 17 июлендә Ишембай районы Ҡолғона ауылында тыуа. Журналист, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты. "Йыртҡыс тиреһе", "Атайымдың ос һәнәге" һәм башҡа әҫәрҙәрҙең авторы.

2.Һүҙлек эше: (слайд) ҡоралай - косуля һуйыр - глухарь кәбәк - отруби илгәҙәк - доверчивый - Ошо һүҙҙәр менән һөйләмдәр төҙөгөҙ.

3.Хикәйә өҫтөндә эш: а)уҡытыусының уҡыуы

б)әңгәмә: - Әбделнәғим бабай ҡоралайҙарҙы яратып һөйләгән ерҙе табып уҡығыҙ



- Әбделнәғим бабай Көтмөр хаҡында ниндәй ваҡиға һөйләй?

- Бабай ҡоралайҙарҙы ниндәй бәләнән ҡотҡара? - Хикәйәнең һуңғы юлын нисек аңлайһығыҙ? - Яҙыусы үҙ әҫәрҙәрендә тәбиғәттең, хайуандарҙың матурлығын һүрәтләй. Автор әйтеүенсә, беҙ улар менән һоҡланып ҡына ҡалмай, уларҙы һаҡларға ла, ҡәҙерләргә лә тейешбеҙ. Тимәк, Ноғман Мусин - тәбиғәтте яратыусы, уны һаҡларға саҡырған, өндәгән изгелекле кеше.

Физ-ка

Маршрут битенән мәғлүмәтте үҙҙәре табалар, уҡыйҙар.











Һүҙлек һүҙҙәре менән һөйләм төҙөйҙәр

Маршрут битен ҡулланып, һорау-ҙарға яуап бирә-ләр

Уҡытыусының өлгөлө уҡыуын күҙәтәләр

Кәрәкле урынды табып, һайланма уҡыу (103-сө бит)

Ваҡиғаны һөйләй-ҙәр

К.: башҡаларҙы тыңларға, һөйләмдәр төҙөргә өйрәнәләр

Р.: уҡыу мәсь-әләһен аңлау, ҡабул итеү, маҡсатҡа ярашлы эштәрҙе башҡарыу



Ш.: тасуири уҡыу күнекмәләре форма-лаша, уҡыуға ҡарата ҡыҙыҡһыныу арта



Т. б.: логик фекер йөрөтөү, яңы белем алыу кәрәклеген аңлайҙар

К: һорауҙарға яуап бир-ергә, башҡаларҙы тыңлай белергә, һөйләм төҙөргә, әңгәмәгә ҡушы-лырға, үҙҙәренең фекер-ҙәрен әйтергә өйрәнәләр.

V. Белемде нығытыу (Яңы белемде практи-кала ҡулланыу)



1.А.Кузнецовтың "Бөрйән айыу аулаусыһы" картинаһы өҫтөндә эш: (слайд)

-Был картинала кем төшөрөлгән? Ул кемгә оҡшаған?

- Эйе, был олатай беҙ уҡыған әҫәрҙәге Әбделнәғим бабайға оҡшаған. - Уның тураһында нимә әйтерһегеҙ?

Әбделнәғим бабай - ул һунарсы. Ул ғүмере-нең күп өлөшөн урманда үткәргән. Бабай үҙ ғүмерендә ниндәй генә хәлдәргә тарымаған да ниндәй генә тәбиғәт серҙәрен асмаған!

2.Таблицаны дөрөҫ тултыр:Картина буйынса һорауҙарға яуап бирәләр









Бабайға ҡылыҡ-һырлама бирәләр

К: һорауҙарға яуап бир-ергә, башҡаларҙы тыңлай белергә, һөйләм төҙөргә, әңгәмәгә ҡушы-лырға, үҙҙәренең фекер-ҙәрен әйтергә өйрәнәләр.



Р: уҡыу мәсьәләһен аң-лай, ҡабул итә, үҙҙәре-нең эшмәкәрлеген планлаштыра, ҡуйылған һорауға яуап бирә белеү формалаша

VI. Өйгә эш



7-се эш 107-се бит (һеҙҙеңсә иң матур кейек ниндәй? Һүрәтен төшөрөп, уның тураһында яҙырға)

Көндәлеккә өй эшен яҙып ҡуялар

VII. Дәресте йомғаҡ-лау. Эшмәкәрлеккә рефлексия



-Шулай итеп, бөгөн дәрестә нимә белдегеҙ?

- Нимәгә өйрәндегеҙ? Дәрес башында ҡуйған маҡсаттарға ирештекме ? - Ни өсөн беҙ Н.Мусинды тәбиғәт йырсыһы тип атайбыҙ?

- Алған белемдәрегеҙ тормошта кәрәк булырмы?

Баһалау битендә үҙегеҙгә баһа ҡуйығыҙ.

Уҡыусыларҙы баһалау.

- Дәрестә алған белемдәрегеҙҙе тормошта ла ҡулланырһығыҙ, тип ышанам. Тәртипле, аҡыллы малайҙар һәм ҡыҙҙар булып, Тыуған илебеҙгә файҙалы, тәбиғәтте яҡлаусы һәм һаҡлаусы шәхестәр булып үҫеүегеҙҙе теләйем.



Дәрес бөттө. Һау булығыҙ



Уҡыусыларҙың яуаптары. Нимәгә өйрәнеүҙәре тура-һында әйтәләр. Дәрес башында ҡуйған маҡсат-тарҙы иҫкә төшө-рөү, баһалау би-тендә үҙҙәренә баһалар ҡуялар.



Р.: үҙҙәренең эшмәкәрлегенә баһа биреү, уҡытыусының баһаһына адекват ҡараш формалаша.

Ш.: үҙүҫеш, баһалау һәләте үҫә.













Маршрут битеСалауат Юлаев исемендәге премия лауреаты. "Йыртҡыс тиреһе", "Атайымдың ос һәнәге" һәм башҡа әҫәрҙәрҙең авторы. Разработка урока на тему Н.Мусин. Ҡоралайҙар (5 класс) 2.һүҙлек эше:

ҡоралай - косуля һуйыр - глухарь кәбәк - отруби илгәҙәк - доверчивый

3. Һорауҙарға яуап бир:

- Әбделнәғим бабай ҡоралайҙарҙы яратып һөйләгән ерҙе табып уҡығыҙ

- Әбделнәғим бабай Көтмөр хаҡында ниндәй ваҡиға һөйләй? Үҙ эшеңде баһала

- Бабай ҡоралайҙарҙы ниндәй бәләнән ҡотҡара? - Хикәйәнең һуңғы юлын нисек аңлайһығыҙ?

Разработка урока на тему Н.Мусин. Ҡоралайҙар (5 класс)Разработка урока на тему Н.Мусин. Ҡоралайҙар (5 класс)Разработка урока на тему Н.Мусин. Ҡоралайҙар (5 класс)

Разработка урока на тему Н.Мусин. Ҡоралайҙар (5 класс)Разработка урока на тему Н.Мусин. Ҡоралайҙар (5 класс)Разработка урока на тему Н.Мусин. Ҡоралайҙар (5 класс)









































 
 
X

Чтобы скачать данный файл, порекомендуйте его своим друзьям в любой соц. сети.

После этого кнопка ЗАГРУЗКИ станет активной!

Кнопки рекомендации:

загрузить материал