7


  • Учителю
  • Сочинение Минең Тыуған яғым- Башкортостан

Сочинение Минең Тыуған яғым- Башкортостан

Автор публикации:
Дата публикации:
Краткое описание:
предварительный просмотр материала

Минең тыуған яғым- Башкортостан.

Минең тыуған яғым -Башкортостан. Беҙҙең республикабыҙ бөйөк Рәсәй киңлектәрендә урынлашҡан. Бында бик күп милләт дуҫлыкта һәм берҙәмлектә матур ғүмер кисерә. Уларҙың уникаль ғөрөф-ғәҙәттәре, боронғо культуралары тыуған яғыбыҙҙың иң мөһим рухи байлығы.

Һәркемгә үҙ тыуған яғы йөрәгенә бик яҡын һәм ҡәҙерле. Ҡайҙа ғына булмаһаң да, ниндәй генә матур ерҙәрҙе күрмәһәң дә күңел барыбер үҙ тыуған яғыңа тартасаҡ, сөнки бында тәбиғәт тә матурыраҡ, һауа да таҙараҡ. Беҙҙең өсөн ҙур ғорурлыҡ шулдыр - кем генә Башкортостанға ҡунаҡ булып килмәһен, барыһында бындағы йәшел ҡуйы урмандар, саф таҙа һыулы йылғалар, бөйөк Урал тауҙары һәм ҡунаҡсыл, нескә күңелле башҡорт халҡы таң ҡалдыра. Тыуған яҡ - ул минең яратҡан ғаиләм һәм тыуған йортом ғына түгел, тыуған яғым минең бөтә Башкортостан.

Эссе йәй көндәрендә урманда ҙур имәндәр һәм төҙ кайындар күләгәһендә, еләҫтә йөрөү иң рәхәтелер. Кайҙалыр яҡында ғына етеҙ шишмә үҙенең моңло йырын йырлап йөгөрә, ул бер ҙә арымай: ҡышын да, йәйен дә, яҙын да, көзөн дә ҡаялыр ашыға ла ашыға. Минем тыуған яғым урмандары төрлө-төрлө еләк-емешкә, бәшмәктәргә, дарыу яһай торған үләндәргә бай. Уларҙы барыһында ҡурыҡмайынса ҡулланырға мөмкин, сөнки улар саф һауада, кеше аяғы баҫмаған ерҙә үҫкәндәр. Был бөтә байлыҡты беҙҙең яҡшы мөнәсәбәтебеҙ генә һаҡлап киләсәк быуындарыбыҙға ла еткерер.

Минең өсөн ҡәҙерле һәм яҡын булған яҡ ул минең тыуған ауылым Бажан. Тыуған ауылым ҙур түгел, кескәй генә, ул ике ҡалҡыулыҡ аҫтында урынлашҡан. Был ике ҡалҡыулыҡ ҡыш көнө һалҡын елләрҙән һаҡлай беҙҙе, ә йәйен бында ауыл халҡы урман еләге йыйып шау-шыу килә. Кескәй генә тауҙарыбыҙҙы етеҙ йылға уратып алған. Бала-сағаға йөй көнөндә иң ҙур шатлыҡ иртәнән кискә тиклем ошо йылғала ташбаш йәки ҙур булмаған табан балыҡтарын тотоп ултырыу. Йыраҡ түгел генә беҙҙең урманыбыҙ да бар, унда беҙ йәй көндәрендә еләк һәм бәшмәк йыйып ваҡытыбыҙҙы уҙҙырабыҙ. Урал тауҙары беҙҙең тыуған ауылыбыҙҙан йыраҡ урынлашҡан. Минең тыуған яғым - сикһеҙ ҡалҡыулыҡлы дала, ҡайһыбер ерҙә уны зәңгәр һыулы йылғалар кисеп сыға.

Башкортостанда уникаль тәбиғәт һәм мәҙәниәт байлыҡтары бик күп. Бында булған сәйәхәтселәрҙең күңелендә Башкортостанда күргән матурлыҡтар оҙаҡҡа һаҡлана һәм тағын да ошо тылсымлы ергә боролоп кайтаһы килеп торалыр.

Беҙҙең бурысыбыҙ - ошо тәбиғи байлыҡтарҙы, тыуған яғыбыҙҙың матурлығын һаҡлауға барлыҡ көсөбөҙҙе һалыу, тыуған еребеҙгә ҙур ихтирам менән ҡарау. Шулай булһа ғына бында килеүсе ҡунаҡтарыбыҙ ҙа беҙҙең тыуған яғыбыҙға, тыуған еребеҙгә ихтирам менән ҡарарҙар һәм уға ҙарарлыҡ килтермәҫтәр.



 
 
X

Чтобы скачать данный файл, порекомендуйте его своим друзьям в любой соц. сети.

После этого кнопка ЗАГРУЗКИ станет активной!

Кнопки рекомендации:

загрузить материал